10 декабрь, Шәмбе

15 май 2013 йыл, 9:23

Башҡортостан аграрийҙары кукуруз сәсеүгә төштө

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан аграрийҙары кукуруз сәсеүгә төштө. Сәсеү эштәре республиканың Ауырғазы, Балаҡатай, Бүздәк, Илеш, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында алып барыла.

Дөйөм алғанда әлегә 1,1 мең гектар майҙанда кукуруз сәселгән, планға ҡарата был бер процент тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Балаҡатай районы был йәһәттән беренсе килә. Улар 224 гектар майҙанда кукуруз сәскән, планға ҡарата был 90 процент тәшкил итә.

темалар: ауыл хужалығы