4 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2013 йыл, 17:13

18 майҙа баш ҡалала һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева

18 майҙа Өфөлә һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә, был территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса яҙғы айлыҡтың аҙаҡҡы сараһы буласаҡ.

2013 йылда экологик айлыҡта ҡаланың барлыҡ ойошмалары, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Дөйөм алғанда, 525-тән ашыу кеше. 2012 йыл менән сағыштырғанда, был 26 процентҡа күберәк. Территорияларҙы санитар таҙартыуға 16 мең берәмек техника йәлеп ителде (үткән йыл менән сағыштырмаса, 18 процентҡа күберәк).

Был ваҡыт эсендә Черкассыла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 105 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелде. 2012 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был алты процентҡа күберәк.

Өфөнөң «Горзеленхоз» предприятиеһы ярҙамында баш ҡала райондары 17,6 мең төрлө үҫенте алды. Уларҙы ултыртыу буйынса эштәр бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Баш ҡаланың муниципаль берәмектәре йәмғеһе 24,7 мең ағас һәм ҡыуаҡҡа заявка биргән.