4 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2013 йыл, 16:40

Рәссам Винсент Ван Гогтың тыуыуына 160 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә конкурс-фестиваль ойоштороласаҡ

автор: Алик Шакиров

Өфөлә алдағы шәмбелә күренекле нидерланд рәссамы Винсент Ван Гогтың (1853-1890) тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған ҡала конкурс-фестивале үтәсәк.

Бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ярҙамында Башҡорт дәүләт университеты, БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), 2-се Өфө педагогия колледжы сығыш яһай.

Конкурс «Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО халыҡ-ара үҙәгенең (кафедраһының) ун йыллығы» проекты һәм «Музейҙар төнө-2013» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ойошторола.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн дөйөм белем биреү һәм махсуслаштырылған мәктәптәр уҡыусылары, Өфөләге колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла. Конкурс түбәндәге йәш категориялары буйынса үткәрелә: 7-10, 11-14 һәм 15-20 йәштәгеләр.

Бынан тыш, барлыҡ ҡатнашыусылар ике категорияға бүленәсәк: профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр. Улар иң күбендә өс һүрәт тәҡдим итергә тейеш.

Шулай уҡ конкурс сиктәрендә уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү планлаштырыла, ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләнгән.

Бәйге 18 майҙа Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы, 10 адресы буйынса БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының 2-се корпусында үтә. Башлана – 12.00 сәғәттә.

Сара тураһына өҫтәмә мәғлүмәт Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО халыҡ-ара үҙәге (кафедраһы) сайтында һәм «Бәйләнештә» социаль селтәренең махсус төркөмөндә урынлаштырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы «Ван Гог» билдәһе менән unescobash06@rambler.ru адресына ебәрергә кәрәк.

Ижади эштәр 16 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32 адресы буйынса БДУ-ның Этика, эстетика һәм культурология кафедраһында ҡабул ителә. Телефон: (347) 229-96-64.

Проект кураторы — Альбина Бикбулатова: 89177998910.

Проект координаторы — Эльвина Уразгилдина: 89603965788.