5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2013 йыл, 15:44

Өфө «Рәсәй ғаиләһе» социаль конгресында ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай

автор: Эльмира Сабирова

15 майҙа Өфөлә VI «Рәсәй ғаиләһе: ата-әсә булыу ҡыуанысы, бәхетле бала саҡ, аҡыллы ҡартлыҡ» бөтә Рәсәй социаль конгресы үтә. Форумда Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Улар араһында — «Ныҡлы ғаилә» проектының башҡарма директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Мәғариф академияһының ағза-корреспонденты Артур Реан, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Алеся Аршинова, «Рәсәй – әүҙем оҙон ғүмер» федераль проекты етәксеһе Олеся Романова-Плаксина, «Ғаилә» бөтә Рәсәй хәрәкәте етәксеһе, РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы Анатолий Некрасов.

Пленар ултырыш 10 сәғәттә Конгресс-холда башлана. Төштән һуң фәнни-ғәмәли секциялар үтәсәк.

Конгресты БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы ойоштора.