5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2013 йыл, 14:55

Республикала йәштәр профсоюз форумы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

17-19 майҙа Башҡортостанда IX республика йәштәр профсоюз форумы үтә. Сараны ойоштороусылар булып төбәктең Профсоюздар федерацияһы сығыш яһай. Өфө районының «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында үтәсәк форумда йәштәр советтары һәм профсоюз комитеттарынан йәмғеһе 100 делегат – 19 команда ҡатнашасаҡ, улар араһында Татарстан Республикаһынан да ҡунаҡтар бар.

Форум сиктәрендә «Командала эшләй белеү», «Проекттар менән идара итеү» тип аталған тренингтар, Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә ҡарата флеш-моб үткәреләсәк. Бынан тыш, ҡатнашыусылар форум барышында әҙерләгән проекттарын тәҡдим итәсәк.

Сараның аҙаҡҡы көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ: номинациялар буйынса еңеүсе командалар, шулай уҡ иң әүҙем ҡатнашыусылар билдәләнәсәк.