Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктең юғары уҡыу йорттары дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы донъя университеттары араһында илдәге юғары уҡыу йорттарының конкурентлыҡҡа һәләтен арттырыу өсөн дәүләт ярҙамы алыуға конкурс иғлан итте. Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә.

Дәүләт тарафынан бүленәсәк средстволар уҡыу йорттарының тикшереү мөмкинлектәрен арттырыуға, уҡытыусыларҙы, студенттарҙы, шулай уҡ сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең алдынғы университеттарында һәм ғилми ойошмаларында ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү өлкәләрендә эшләү тәжрибәһе булған йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә, аспирантура һәм докторантура эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.

Заявкалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 12 июлгә тиклем билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть