5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2013 йыл, 11:42

Башҡортостанда яҡынса 3 миллиард һум суммаға облигациялар сығарыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

— Башҡортостандың кредит рейтингын «ВВВ-» кимәленә тиклем («Тотороҡло» прогноз) күтәреү донъя баҙарында республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы тураһында һөйләй, — тине 13 майҙа республика Хөкүмәтендә үткән брифингта төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың яҙында Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостандың кредит рейтингын «ВВВ-» кимәленә тиклем («Тотороҡло» прогноз) күтәргәйне.

— Яңы баҫҡысҡа күтәрелеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҙур аҙым булып тора, тәү сиратта, инвесторҙарҙың беҙҙең республикаға ышанысын күрһәтә, — тип иҫәпләй Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин.

Шул уҡ ваҡытта, Рузалия Хисмәтуллина журналистар менән осрашыуҙа билдәләүенсә, «бурыстар йәһәтенән Башҡортостан уртасыл сәйәсәт алып бара».

— Беҙҙең бюджеттың торошо бындай сәйәсәт алып барырға мөмкинлек бирә һәм республиканың рейтингын күтәреүгә нигеҙ булып тора, — тине төбәктең финанс министры.

Уның һүҙҙәренсә, бюджет дефицитын яҡынса өс миллиард һум күләмендә кредиттар йәлеп итеү иҫәбенә, шулай уҡ облигациялар сығарыу ярҙамында ҡаплау планлаштырыла.

— Средстволар конкурс нигеҙендә йәлеп ителәсәк. Үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим иткән инвесторҙар араһынан, әлбиттә, иң яҡшы льготалы шарттар тәҡдим иткәндәре һайлап алынасаҡ. Республика рейтингын арттырыу арзаныраҡ кредит ресурстарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, яҡынса өс миллиард һум суммаға облигациялар сығарыу планлаштырыла. Срогы – өстән биш йылға тиклем. Әлегә был һорау тикшереү стадияһында, — тине Рузалия Хисмәтуллина.