8 декабрь, Кесе йома

14 май 2013 йыл, 10:33

Республикала рәсми рәүештә теркәлгән 26,3 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә

автор: Галина Бахшиева

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда бөгөнгө көндә рәсми рәүештә теркәлгән 26,3 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә, уларға 58 мең рәсми вакансия тура килә.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың ғинуар-апрель айҙарында республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә 119,7 мең вакансия ҡабул ителгән. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле апрель аҙағына 1,29 процент тәшкил иткән. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,5-кә тиң.

Шул уҡ ваҡытта, халыҡ мәшғүллеге мәсьәләләре буйынса һуңғы мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисади әүҙем халыҡ һаны республикала 1991,3 мең кеше тәшкил итә.

Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 133,7 мең кешегә етә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле республикала 6,7 процентҡа тиң.