11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2013 йыл, 9:53

Башҡортостандың 29 районы ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Благовар, Йылайыр, Мишкә һәм Нуриман райондары аграрийҙары үткән байрам көндәрендә ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы. Благовар һәм Яңауыл райондарында күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эштәре лә тамамланған.

Дүрт көн эсендә төбәктә ужым культураларын туҡландырыу буйынса үҫеш — дүрт процент (11 мең гектар), күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу буйынса үҫеш бер процент (ике мең гектар) тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Бындай түбән күрһәткестәр бөтә республика буйлап үткән ҡойма ямғырҙарға бәйле.

Бөгөнгө көндә ужым культуралары — 293 мең гектар майҙанда (планға ҡарата 88 процент), күп йыллыҡ үләндәр 119 мең гектар майҙанда (69 процент) туҡландырылған. Был эштәр, шул тәртиптә, 29 һәм 26 районда тамамланған.

темалар: ауыл хужалығы