Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» үтәсәк

Спорт

19 майҙа Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» үтә. Был байрам баш ҡалала өсөнсө тапҡыр үткәреләсәк. Тәүге велоуҙышта 350 кеше ҡатнашһа, бер йылдан һуң уларҙың һаны дүрт тапҡырға тиерлек артты. Үткән йылда марафонда 1300 кеше ҡатнашты, уларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡушылды.

Быйыл веломарафон 12.30 сәғәттә Өфө ҡала Советы янынан старт алып, ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтәсәк. Велосипедсылар Конгресс-холдың спорт майҙансығына тиклем юл үтәсәк. Унда төрлө спорт ярыштары, конкурстар, уйындар ойоштороласаҡ. Байрамда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть