8 декабрь, Кесе йома

13 май 2013 йыл, 17:12

Саҡмағош районы Башҡортостанда һауым буйынса беренсе урында килә

автор: Галина Бахшиева

Саҡмағош районы малсылары Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып 2013 йыл башынан алып һәр һыйырҙан 2000 килограмм һөт һауып алған. Әлеге ваҡытта бында һәр һыйырҙан 2047 килограмм һөт һауылған. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Икенсе урында — Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары (йыл башынан алып һәр һыйырҙан 1999 килограмм һөт һауылған), өсөнсөлә — Тәтешле районы (1843 кг), дүртенселә – Өфө районы (1758 кг) һәм бишенсе урында Мәләүез районы малсылары (1754 кг) килә.

Дөйөм алғанда республика буйынса йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 1316 килограмм һөт һауып алынған.

Әлеге ваҡытта һәр һәүкәштән көн һайын уртаса 11,7 кг һөт һауыла. Иң күп һөт Стәрлетамаҡ (16,6 кг), Мәләүез (16,2 кг) һәм Саҡмағош (15,8 кг) райондарында етештерелә.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда тулайым һауым 2013 йыл башынан алып 471,9 мең тоннанан ашыу тәшкил итә. Шуларҙың яҡынса 218,4 меңе ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына тура килә.

Ошо уҡ ваҡыт эсендә 210 мең тонна һөт һатылған, шуларҙың 192,4 меңе ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары менән һатылған.