Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡаланың йәш парламентарийҙары Салауат Юлаев баҡсаһындағы беседкаларҙы төҙөкләндерҙе

Йәмғиәт

Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында ғәҙәти булмаған өмә үткәрҙе.

Өфөнөң йәш парламентарийҙары һәм Йәштәр палатаһы активистары баҡсалағы беседкаларҙы сүп-сарҙан таҙартты, бынан һуң уларҙы буяны, тип хәбәр иттеләр Йәштәр йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Баҡса хакимиәте һәм Өфөнөң Киров районы хакимиәте был идеяны күтәреп алды һәм артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн пландар билдәләне.

— Беседкаларҙы буяу идеяһы Йәштәр йәмәғәт палатаһы үткәргән йыйылыштарҙың береһендә тәҡдим ителде. Был урын осраҡлы ғына һайланманы: тышта яҙ, ҡала йәштәре күп ваҡытын парктарҙа, баҡсаларҙа үткәрә. Йәштәр палатаһы артабан да мәҙәниәт һәм ял урындарын төҙөкләндереүгә иғтибар бүлергә планлаштыра, ҡала халҡын да акцияла ҡатнашырға саҡыра, — тип хәбәр итте өмәне ойоштороусы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Антон Орлов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть