10 декабрь, Шәмбе

13 май 2013 йыл, 15:12

Өфөлә «Рәсәй Көнсығышының мосолман донъяһы: традициялар һәм новаторлыҡ» симпозиумы асылды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә «Рәсәй Көнсығышының мосолман донъяһы: традициялар һәм новаторлыҡ» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли симпозиумы асылды. Сара билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулыуға арнала. Беренсе көн программаһында пленар ултырыш һәм секциялар ҡаралған. Форумды ойоштороусылар булып Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты сығыш яһай.

Симпозиумды Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин асып ебәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, әлеге сара ҙур әһәмиәткә эйә, ул йәштәр иғтибарын Зәйнулла Рәсүлевтың рухи мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итергә ярҙам итәсәк.

Сарала ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов сығыш яһаны. Ул бөйөк мәғрифәтсенең эшмәкәрлеге, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе тураһында һөйләне.

Форумда Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Өфө хакимиәте, республика министрлыҡтары вәкилдәре, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Украина ҡалаларынан тарих, философия, этнография, тел ғилеме һәм башҡа өлкәләге белгестәр ҡатнаша.

14 майҙа форумда ҡатнашыусылар Учалыға юлланасаҡ, унда ишан исеме менән бәйле изге урындарға барасаҡ. Симпозиум 15 майҙа Учалыла тамамлана.