10 декабрь, Шәмбе

13 май 2013 йыл, 12:36

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

автор: Людмила Терновая

Был аҙнала Башҡортостан парламентарийҙары профилле комитеттар ултырыштарын үткәрәсәк. 14 майҙа Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет (11.30), Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет (14.30) ултырыштары үтә.

15 майҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәнә өс профилле комитеты ултырыш үткәрә: 10.00 сәғәттә — Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет, 11.30 сәғәттә — Сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет һәм 15 сәғәттә — Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет.

16 майҙа Бюджет, финанстар, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет (10.00 сәғәттә) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет (14.30 сәғәттә) ултырыштары үтә.

Республика парламенты Президиумы ултырышы 21 майға планлаштырылған.