Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә III «Гагарин көндәре» республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

14-16 майҙа Өфөлә III «Гагарин көндәре» республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтә. Йола буйынса, унда ҡатнашыу өсөн республиканың баш ҡалаһына Рәсәй Космонавтика федерацияһы  делегацияһы киләсәк.

Фестиваль программаһы сараларға бай булмаҡсы. 14 майҙа Юрий Гагарин бюсына сәскәләр һалыу планлаштырыла. Артабан ҡунаҡтар Өфөнөң 3-сө һәм 103-сө гимназияларына, 60-сы лицейына барасаҡ. Унда мәктәп уҡыусылары араһында Юрий Гагарин Кубогына республика олимпиадаһының ҡала этабында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Төштән һуң ватан космонавтикаһы легендалары Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын «Хәрби һауа көстәренә 100 йыл» ордены миҙалы менән наградлаясаҡ.

15 майҙа космонавтар йәнә мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ: улар 93-сө, 64-се, 86-сы, 39-сы гимназияларға барасаҡ. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына барыу планлаштырыла. Шул уҡ көндө Өфө хакимиәтендә түңәрәк өҫтәл үтәсәк.

Быйылғы фестивалдең үҙенсәлеге шунда: Рәсәй Космонавтика федерацияһы  президенты башланғысы менән Өфөгә тәүгә Мәскәүҙән Еңеү байрағы килтереләсәк. 16 майҙа уны баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап йөрөтәсәктәр.

Бынан тыш, 16 майҙа 15 сәғәттә «Башҡортостан» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһында матбуғат конференцияһы ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть