4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2013 йыл, 10:52

Республикала Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды. Йола буйынса, улар Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итте «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова.

Быйыл сараларҙа Польша Республикаһының Варминск-Мазурск воеводалығы Олецко ҡалаһы уҡытыусылары — Анна Каролина Шилкевич, Юстина Сломска, Агнешка Лясковска ҡатнаша.

Поляк мәҙәниәте көндәре программаһы сиктәрендә тәүге саралар 12 майҙа башланды. Польша педагогтарын А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе менән таныштырҙылар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар концерт программаһын тәҡдим итте. Шулай уҡ Альберт Пенькевичтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә, поляк мәктәбе эшмәкәрлегенә һәм ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Әйткәндәй, мәктәп 2014 йылда үҙенең 15 йыллығын билдәләйәсәк.

Көндөң икенсе яртыһында Польша ҡунаҡтары тарафынан поляк телен һәм мәҙәниәтен уҡытыу методикаһы буйынса курстар ойошторолдо, поляк теле, тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина үткәрелде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға курсты тамамлау тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды.

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре 17 майға тиклем дауам итәсәк. Быйыл улар Өфөлә Рим-католик сиркәүен булдырыуға 150 йыл тулыуға, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Польша Республикаһында Юлиан Тувим йылына арнала, тип хәбәр иттеләр «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенән.

Төп саралар Өфө ҡалаһында, Мишкә, Благовещен, Өфө райондарында үтәсәк. Поляк мәҙәниәте көндәре программаһында — А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенең презентацияһын үткәреү, төбәктә поляктар тормошона бәйле иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу, Башҡортостандың Мишкә районында иҫтәлекле билдә асыу, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында ижади осрашыуҙар һәм асыҡ дәрестәр үткәреү.