11 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2013 йыл, 10:04

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Арина Рәхимҡолова

15 майҙа «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

Әлеге конкурс республика тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде, айыҡлыҡ хәрәкәте Башҡортостан ауылдарында киң таралыу ала.

Шулай итеп, мәҫәлән, Салауат районының Көҫәпәй ауылында эскелек менән көрәшеү ҙур уңыш менән тамамланды. Ауылда айыҡ туйҙар һәм байрамдар ойошторола башланы, халыҡ эсеүҙән баш тартты. Һөҙөмтәлә йәштәр ауылда ҡала башланы, сөнки бында сәләмәт мөхит хөкөм һөрә, ауылдың киләсәге яҡты, өмөтлө булырына ышаныс арта.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған ауылдар өсөн аҡсалата приздар ҡаралған. Средстволарҙы ауыл өсөн кәрәкле мөлкәт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин. Шулай итеп, Йылайыр районының Ишбулды ауылы халҡы средстволарҙы мәсет төҙөүгә һәм балалар өсөн майҙансыҡ булдырыуға тотонған.

Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусылар һаны арта бара. Бәйге меңләгән кешене берләштерә. Барыһы ла һау-сәләмәт балалар үҫтергән имен ғаиләләрҙе, уңышлы йәштәрҙе, бәхетле ҡарттарҙы күргеһе килә.

«Айыҡ ауыл-2013» конкурсына март айында старт бирелгәйне. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан ауылдарынан йәмғеһе 50-нән ашыу заявка ҡабул ителгән. Урал аръяғы ауылдары айырыуса әүҙемлек күрһәтә.

темалар: айыҡ ауыл