7 декабрь, Шаршамбы

13 май 2013 йыл, 9:29

Әбйәлил районы активистары 1400-гә яҡын ағас ултыртты

автор: Арина Рәхимҡолова

Әбйәлил районының Асҡар ауылында район үҙәге ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртыу буйынса акция үткәрҙе.

Әбйәлил урман хужалығы етәксеһе урынбаҫары Азат Әхмәтйәнов билдәләүенсә, урман хужалығы һәм Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте менән ойошторолған акция Милли урман ултыртыу көнөнә арналды.

Ағас ултыртыу, яңы парктар, аллеялар булдырыу буйынса акциялар үткәреү районда матур йолаға әүерелгән. Әлеге өмә сиктәрендә бер мең квадрат метр майҙанда 370 йәш шыршы, ҡарағай, ҡайын, ҡарағас, сирень һәм меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Дөйөм алғанда, районда быйыл яҙ ойошторолған өмәләрҙә 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 125 берәмек техника йәлеп ителде, 530 тонна сүп-сар сығарып түгелде, 1560 ағас ултыртылды, өс мең квдрат метр юл ремонтланлды.