3 декабрь, Шәмбе

08 май 2013 йыл, 16:08

Мәләүез ҡалаһында көрәшселәр «Башҡортостан» гәзите Кубогы өсөн көс һынашасаҡ

автор: Алик Шакиров

Республиканың «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы менән берлектә, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һәм муниципаль район хакимиәте ярҙамында 18 майҙа Мәләүез ҡалаһында «Башҡортостан» гәзите Кубогына һәм приздарына көрәш буйынса I республика турнирын үткәрә. Ярыштарҙа 18 йәштән олораҡ спортсылар ҡатнаша ала. Турнир шәхси-команда иҫәбендә үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Башҡортостан» гәзите сайтында танышырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 272-42-07.

темалар: көрәш