10 декабрь, Шәмбе

08 май 2013 йыл, 15:10

Өфө ветерандары Башҡортостан баш ҡалаһының юғары наградаларына лайыҡ булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Өфөлә йәшәгән 39 ветеран ҡаланың юғары наградаһына – Өфөнөң Почет грамотаһына һәм «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ булды. Йола буйынса, наградлау тантанаһын ҡала Советы депутаттары үткәрҙе. Былтыр ветерандар Республика Хәрби Дан музейында тәбрикләнгәйне, быйыл уларҙы өйҙәренә барып ҡотларға ҡарар ителде, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

— Минеңсә, был дөрөҫ ҡарар, — тип иҫәпләй ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко. – Ветерандарҙың күпселе ныҡ ҡартайған, шуға күрә депутаттар корпусы һәр береһен өйөнә барып ҡотлауҙы үҙенең бурысы тип һананы. Ә теләктәре булған ветерандар депутаттар менән осрашыуға килә ала.

Ҡала Советы рәйесе шәхсән үҙе был көндө дүрт ветеранға барҙы. Уларҙың һәр береһенә финанс ярҙам күрһәтелде. Әммә ололар өсөн иң мөһиме — бүләктәр түгел, ә уларға күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәлек.