Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ветерандар менән осрашыу үтте

Йәмғиәт

Еңеү көнө алдынан Башҡортостандың яугир-интернационалистары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙың береһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтте.

Осрашыуҙы ойоштороусылар булып Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы  ветерандары советы сығыш яһаны.

Сара сиктәрендә урындағы ветерандар ойошмаларының эшмәкәрлеген сағылдырған тематик фотокүргәҙмә ойошторолдо.

— Яңы быуын ветерандары фашизмға ҡаршы көрәшкән өлкән быуындан эстафета ҡабул итә. Үҙебеҙҙең өлкән яугирҙарыбыҙ тураһында онотмайбыҙ, бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, — тине БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Ҡунаҡтар һәм ветерандар алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зилә һәм Хәсән Усмановтар, шағир-композитор Фәниә Даутова, 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, «Боевые друзья» вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны. Сара һуңында ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть