7 декабрь, Шаршамбы

08 май 2013 йыл, 13:25

Рима Баталова «Мәрхәмәт» приюты ветерандары менән осрашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Архангел районында ветерандар өсөн «Мәрхәмәт» социаль приютында булды.

Социаль объектҡа барыр алдынан, район хакимиәтендә Рима Баталова ҡатнашлығында кәңәшмә үтте, унда райондағы хәлдәр тураһында отчет тәҡдим ителде, шулай уҡ бер нисә мөһим мәсьәлә тикшерелде.

Приютта депутат ветерандарҙы етеп килгән байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы, учреждение эшмәкәрлеге менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.

Ветерандар ҙур булмаған концерт күрһәтте, сарала депутат «Милләт йәшлеге» хәйриә фондынан кресло-коляска һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

— Ветерандарыбыҙҙың тормош юлы һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштары үҫеп килгән быуын һәм Рәсәйҙең барлыҡ граждандары өсөн һәр саҡ өлгө булып торасаҡ. Был кешеләр алдында бурыслы булыуыбыҙҙы оноторға ярамай, — тип билдәләне Рима Баталова.

Бынан һуң депутат Архангел районы башлығы Александр Комзалов менән Максим Горький ауылында граждандарҙы ҡабул итте.

Рима Баталоваға йәмғеһе 19 кеше мөрәжәғәт итте. Нигеҙҙә, район халҡын социаль өлкәләге мәсьәләләр борсой. Бөтә граждандар һорауҙарына тулы яуаптар алды, ҡайһы бер мәсьәләләр урында хәл ителде, ә өс һорау буйынса тейешле ведомстволарға запростар ебәреләсәк.