Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә француз телле театрҙар фестивале үтәсәк

Мәҙәниәт

13 майҙа М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында француз телле театрҙар фестивале үтә. Йола буйынса, уны үткәреү башланғысы менән БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы сығыш яһай.

Сара сиктәрендә ағымдағы йылдың февраль айында Силәбелә үткән француз телле театрҙар фестиваленең төбәк этабында еңеү яулаған спектаклдәр күрһәтеләсәк.

Фестивалдең беренсе көнөндә Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Өфө, Силәбе һәм Ҡурған ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар труппалары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, тип хәбәр итте БР Милли китапханаһы хеҙмәткәре Индира Хәйретдинова. Улар араһынан Өфөләге 39-сы гимназияның «Комильфо» труппаһы «Бөтә сысҡандар ҙа сыр ярата» спектакле менән еңеү яуланы.

Сараның икенсе көнөндә сәхнәлә Магнитогорск, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Силәбе һәм Өфө студенттары сығыш яһаны. Был төркөмдә баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттарын берләштергән «Мост искусств» коллективы икенсе урынға лайыҡ булды.

— Фестиваль сиктәрендә Өфөлә шулай уҡ шиғриәт конкурстарында еңеүселәр сығыш яһаясаҡ. Был сара француз телен һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелер, тип ышанабыҙ, — тине Индира Хәйретдинова.

Башлана – 14 сәғәттә.

Теги: театрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть