5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2013 йыл, 11:26

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Анна Козаева яуап бирә

автор: Сергей Захаров

8 майҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығының Гидрометеорология үҙәге начальнигы Анна Козаеваның онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманытултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Анна Козаеваның интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.