10 декабрь, Шәмбе

08 май 2013 йыл, 11:11

Саҡмағошта ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Саҡмағош ауылында ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Саҡмағош районы, ауыл биләмәләре етәкселеге, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

— Бөйөк Ватан һуғышында еңеү беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Рәсәй халҡы һәләк булғандарҙы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала, иҫән ветерандарға иғтибар йылдан-йыл арта бара. Ҡалаларҙа ғына түгел, барлыҡ ауылдарҙа ла һәләк булған яугирҙарға һәйкәлдәр ҡуйылған. Ағымдағы йылда һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың тол ҡатындарының торлаҡ мәсьәләләре тулыһынса хәл ителер, тип ышанам.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер шарында көн һайын унлаған локаль һуғыш бара. Уларҙа ҡатнашҡан Совет һәм Рәсәй Армияһы яугирҙары үҙ бурысын намыҫлы үтәне.

— Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы булараҡ, мин Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа, уның командаһына, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарға һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, — тине Иршат Фәхретдинов.

Дәүләт Думаһы депутаты һәм район башлығы һәйкәл асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә миҙалдар тапшырҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңүегә 68 йыл тулыу менән ҡотланы.