Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Туймазының йәш гвардиясылары ветерандарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы

Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 68 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Туймазы районындағы бүлексәһе тантаналы митинг ойошторҙо, тип хәбәр итә ER.RU.

Ветерандарға ҡотлау һүҙҙәре менән Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Эдуард Рәхмәтуллин, хәрби комиссар Салаут Бәхтийәров, «Йәш Гвардия»ның урындағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Хәсәнов мөрәжәғәт итте.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, йәштәр һәм ҡала халҡы алдында «Нон-стоп», «Инфинити» бейеү коллективтары, «Феникс» ансамбле сығыш яһаны. Йырсылар Руслан Миңлебаев, Азалия Джураева һәм Ләйсән Хәсәншина һуғыш тураһында йырҙар башҡарҙы. Ветерандар өсөн сәй эсеү ойошторолдо, уларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырылды.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть