6 декабрь, Шишәмбе

08 май 2013 йыл, 9:58

Башҡортостан вәкиле юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы булды

автор: Дмитрий Слезин

Перу Республикаһының баш ҡалаһы Лимала юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса донъя беренселегенең өсөнсө көнө тамамланды. Башҡортостан вәкиле – халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ксения Максимова 58 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы.

Икенсе урынға – Доминикан Республикаһынан Инейси Рейес, өсөнсө урынға Венесуэланан Юслейди Фигуэроа лайыҡ булды.

темалар: ауыр атлетика