Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика Президенты: «Быйыл 1300 ветеран һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ менән тәьмин ителәсәк»

Йәмғиәт

— Беҙҙең ветерандар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Һуңғы өс йыл эсендә 7 меңдән ашыу ветеран һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Быйыл йәнә 1300 кеше торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, — тине Башҡортостан Президенты, Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған тантаналы сарала сығыш яһап.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ветерандарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.

— Яҡын арала Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы дауалау корпусын төҙөү планлаштырыла, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, еңеү яулаған кешеләрҙең проблемалары һәр ваҡыт һөҙөмтәле һәм ваҡытында хәл ителһен өсөн, республика етәкселеге артабан да тырышып эшләйәсәк.

— Был эштә Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ойошмаға былтыр 25 йыл тулды. Беҙ артабан да ветерандар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә  буласаҡбыҙ, уларҙың эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть