4 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2013 йыл, 17:11

Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Бөйөк Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы ҡотланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен Еңеү байрамы менән ҡотланы. Өфөнөң Конгресс-холында иҫтәлекле датаға арналған тантаналы сара үтте.

— Еңеү көнөн ҡаршылап, һуғышта ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын иҫкә алабыҙ,- тине республика етәксеһе. – Быйыл Рәсәй Сталинград һуғышының 70 йыллығын билдәләй. Ул яуҙа Башҡортостанда булдырылған бер нисә берләшмә һәм часть һуғышҡан. Сталинград янында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составындағы алты меңдән ашыу яугир һәм командир ордендар һәм миҙалдар менән наградланған.

Башҡортостан Президенты Ленинград янында, Курск дуғаһында, Днепрҙа, Украинала, Белоруссияла, Балтик буйында, Европа илдәрен азат иткәндәге яуҙарҙа беҙҙең яҡташтар күрһәткән үлемһеҙ батырлыҡтарҙы хәтергә төшөрҙө. Беҙҙең республиканан унар меңләгән һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградланған.

Бөгөн Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 6 274 кеше, 58 меңгә яҡын тыл хеҙмәтсәне, һуғышта ҡатнашыусыларҙың 27 меңдән ашыу тол ҡатыны йәшәй. Иҫән ветерандар араһында — 37 Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм 9 Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 280 яҡташыбыҙ араһынан һуңғылары — Александр Степанович Пикунов һәм Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов былтыр беҙҙең аранан китеп барҙы.

Фронтҡа ебәрелгән 700 мең яҡташыбыҙҙың 322 меңдән ашыуы һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Барлыҡ батырҙарҙың исемдәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланып ҡаласаҡ. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.