4 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2013 йыл, 15:21

«Ҡашҡаҙан» стритбол үҙәге йәйге миҙгелен аса

автор: Дмитрий Слезин

19 майҙа «Ҡашҡаҙан» стритбол үҙәгендә урам баскетболы буйынса Өфө Кубогы үтә.

Сараны ойоштороусылар булып Өфөнөң Физик культура һәм спорт буйынса комитеты һәм ҡаланың Баскетбол федерацияһы сығыш яһай.

Әлеге миҙгелдең тәүге турниры, йола буйынса, спорт ятартыусыларҙы, шулай уҡ Мәктәп баскетбол лигаһы һәм Студенттар баскетболы ассоциацияһы чемпионаттарында сығыш яһаған егет һәм ҡыҙҙарҙы йыясаҡ.

Кубок түбәндәге ике категория буйынса үткәрелә: 14-17 йәштәрҙәге һәм 18 йәштән олораҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар.

Турнирҙа ҡатнашыу өсөн дүрт кешенән торған команда йыйып, уға исем уйлап, ufabasket.ru сайтында теркәлергә кәрәк.

Турнир Рәсәй Кубогының төбәк этабы булып тора. Шулай итеп, ир-егеттәр категорияһында еңеү яулаған команда Рәсәй Кубогы финалында ҡатнашыу хоҡуғы аласаҡ.

темалар: стритбол