5 декабрь, Дүшәмбе

07 май 2013 йыл, 14:22

Башҡортостан һәм Әзербайжандың Фәндәр академиялары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан һәм Әзербайжандың Фәндәр академиялары фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр, фән һәм мәғариф өлкәләре араһында бәйләнеште нығытыу, шулай уҡ ғилми кадрҙар әҙерләү кеүек өс йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөнө. Документҡа ике академия президенттары – Рәмил Бәхтизин һәм Акиф Ага Мехти оглы Ализаде ҡул ҡуйҙы.

БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева хәбәр итеүенсә, хеҙмәттәшлек бер нисә проектты берлектә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Улар араһында – ғилми-тикшеренеү һәм ғилми-етештереү структураларын булдырыу; ғилми тикшеренеүҙәр, консультациялар һәм экспертизалар үткәреү; кадрҙар әҙерләү; нәшриәт эшмәкәрлеге; конференциялар, семинарҙар һәм симпозиумдар ойоштороу.

Килешеү сиктәрендә 2013 йылдың ноябрендә Баҡыла билдәле ғалим, Әзербайжандың Милли фәндәр академияһы академигы, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы Азат Мирзаджанзаде иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара ғилми конференция үткәреү планлаштырыла. Билдәле булыуынса, Азат Мирзаджанзаде байтаҡ Башҡортостан ғалимдарының, шул иҫәптән БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизиндың ғилми үҫешенә тос өлөш индергән.