10 декабрь, Шәмбе

07 май 2013 йыл, 13:29

Йылайыр районында 18 мең ағас ултыртыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө алдынан Йылайыр районында «йәшел» акция старт алды, унда урындағы предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала Сосновка йылғаһы яры буйында 18 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртыласаҡ. Бының өсөн Йылайыр менән Бирҙәш ауылдары араһында дүрт гектар ер бүленгән.

Бынан тыш, 30 апрелдә башланған «Йәшел мәктәп» республика экологик проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә Йылайыр районында ике мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Мәктәп уҡыусыларынан тыш, был акцияла Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар, ауылдың хөрмәтле кешеләре, шулай уҡ атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәшел мәктәп» проекты БР Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тормошҡа ашырыла.