8 декабрь, Кесе йома

07 май 2013 йыл, 13:00

Әбйәлил районында һуғыш ветерандары тәбрикләнде

автор: Әлим Фәйезов

Әбйәлил районы хакимиәтендә Еңеү көнө алдынан, йола буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн матур сара ойошторолдо.

Осрашыуға 29 ветерандың 20-һе килде. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов уларҙы Еңеү байрамы менән ҡотлап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаттарын тапшырҙы, ветерандарға һаулыҡ, бәхет һәм оҙон ғүмер теләне. Район башлығы менән осрашыу барышында һуғышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең тормошо тураһында һөйләне, ветерандар хаҡында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары ололарға матур концерт бүләк итте. Сарала ҡатнашыусылар хакимиәт башлығы ҡулынан бүләктәр һәм сәләмләү хаттары алды.

Ветерандарҙы шулай уҡ Әбйәлил районы Советы депутаты Дамир Аллаяров ҡотланы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Ашираф Илһамов ололарға «Единая Россия — Башкортостан» гәзитенә яҙылыу өсөн квитанциялар бүләк итте.

Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.