Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Борис Мелкоедов республиканың бөтә элемтә тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен Радио көнө менән ҡотланы

Йәмғиәт

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов радио хеҙмәткәрҙәрен, элемтәселәрҙе һөнәри байрамдары – Радио көнө менән ҡотланы.

— 1895 йылдың 7 майында тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырылған. Тотош донъябыҙҙы үҙгәрткән был асыш тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн мәғлүмәттең йәнләнеп китеүе бихисап ғалимдар, инженерҙар, техниктар быуыны хеҙмәте һөҙөмтәһе булып тора. Радио көнөн телевидение, радио, почта хеҙмәткәрҙәре, элемтәселәр байрамы тип атарға була. Тормошобоҙҙо заманса коммуникацион технологияларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Элемтә беҙгә, донъяның ниндәй генә нөктәһендә булмайыҡ, ғаилә, дуҫтар, хеҙмәттәштәр менән аралашыу шатлығын бүләк итә. «Бәйләнештә булыу» — тимәк, киләсәккә ынтылыу. Һеҙҙең профессионализмығыҙ, эшкә яуаплы ҡарашығыҙ арҡаһында беҙҙең журналистика һәм элемтә Рәсәйҙең мәғлүмәт киңлегендә республика исеменән уңышлы сығыш яһай, — тиелә ведомство башлығының ҡотлау хатында.

Борис Мелкоедов тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә «ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам, ижади уңыштар һәм яңы еңеүҙәр» теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть