6 декабрь, Шишәмбе

07 май 2013 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә конфликттар кәрәкмәй»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Динар Кәлимуллин

Салауат ҡалаһының экологик торошо һәм химия производтвоһын яңыртыу мәсьәләләре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡала халҡы менән осрашыуында төп тема булды. Республика етәксеһе эш сәфәре барышында шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы акрил кислотаһын етештереү буйынса заманса комплекс төҙөргә планлаштырған майҙансыҡта булды.

— Һуңғы ваҡытта Салауатта акрил кислотаһын етештереү буйынса яңы предприятие төҙөү темаһы тураһында әүҙем фекер алышыуҙар барыуы хаҡында ишетәм, — тип мөрәжәғәт итте ҡала халҡына Рөстәм Хәмитов. — «Газпром нефтехим Салауат» етәкселегенең, ҡала Советының, ҡала халҡының — һәр береһенең быға ҡарата үҙ фекере бар. Был процеста ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре менән танышыу өсөн килдем.

«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының генераль директоры Дамир Шәүәлиев ҡала халҡын проект менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, предприятие производствоны яңыртып, заманса комплекс төҙөргә теләй. Уның составына өс производство инәсәк. Комплекс тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, Рәсәйҙә уға конкуренттар булмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов предприятиела ҡаланың экологик торошон яҡшыртыу буйынса программаның булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәксеһе һүҙҙәренсә, бындай программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Төбәк башлығы киң йәмәғәтселекте программа менән таныштырырға һәм уның үтәлешенә контроллек итеү буйынса йәмәғәт советын булдырырға тәҡдим итте.

Дамир Шәүәлиев һүҙҙәренсә, алдағы ваҡытта программа сайтта урынлаштырыласаҡ һәм уның саралары урындағы телевидениела сағылыш табасаҡ.

Осрашыуҙа химия производствоһының атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде. Мәҫәлән, медицина хеҙмәткәрҙәре Кантюковка ауылы эргәһендәге нефть ҡалдыҡтары проблемаһын күтәрҙе. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һүҙҙәренсә, ул ҡалдыҡтар үкән йылдарҙан ҡалған. Был мәсьәлә контролдә тотола һәм ғәйеплеләрҙе суд асыҡлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта министрлыҡ башлығы «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса берлектә проект әҙерләргә тәҡдим итте һәм предприятие етәкселегендә хуплау тапты.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, халыҡтың бик күп һорауҙары йыйылған. Кешеләр, муниципалитет властарынан һәм предприятие етәкселегенән яуап көтөп тормайынса, мәсьәләләрҙе эмоциональ кимәлдә хәл итергә тырыша. Халыҡ етәкселәргә ышанысын юғалтҡан.

Республика етәксеһе Салауат халҡын ҡыҙыҡһындырған барлыҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Һорауҙарға шулай уҡ республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, бер нисә ведомство етәкселәре яуап бирҙе. Осрашыуҙа һалым инспекцияһын, почта бүлеген һәм федераль структураларҙың башҡа бүлектәрен күрше ҡалаларға күсереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Бынан тыш, ҡала юлдары селтәрен финанслау мәсьәләһе хәл ителде.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Президенты, Салауатта һәр ваҡыт экология мәсьәләһенә битараф булмаған кешеләр йәшәне, тип билдәләне. Һәм бөгөн дә, власть структураларында, предприятие эсендә барған күпселек процестарҙы белмәйенсә, ҡаланың экологик торошо өсөн борсолоу белдергән кешеләр табылды.

— Халыҡҡа был процестарҙы аңларға ярҙам итергә һәм уларҙы ҡаланың ижтимағи тормошона йәлеп итергә кәрәк. Һорауҙар биргән, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләгән кешеләрҙе инҡар итергә ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов. – Салауат ҡалаһы һәм, ғөмүмән, республика халҡы был ҡатмарлы һорауҙарға яуаптарҙы бергәләп табырға тейеш. Беҙгә конфликттар кәрәкмәй.

темалар: бр президенты