3 декабрь, Шәмбе

07 май 2013 йыл, 9:50

Башҡортостан Президенты төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫарын тәғәйенләне

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александра Акулининаны республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Александра Михайловна Акулинина Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Өфөнөң 91-се мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

2000 йылдан – БР Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре буйынса идаралыҡта, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында төрлө вазифаларҙы башҡара. «Индиго» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге директоры урынбаҫары, Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының алдынғы белгесе, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлегенең баш белгесе булып эшләй.

2013 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем — БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эш алып барыу секторы мөдире.