11 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2013 йыл, 9:20

«Китаптар - балаларға» акцияһы сиктәрендә Башҡортостан китапханаларына Мәскәүҙән меңдән ашыу китап ебәрелде

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәскәүҙән балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә һәм республика китапханаларына меңдән ашыу китап ебәрелде. «Ныҡлы ғаилә» федераль проекты берҙәм рәсәйлеләрҙең «Китаптар — балаларға» төбәк проектын күтәреп алды, тип хәбәр итә ER.RU.

– Башҡортостанда «Китаптар — балаларға» проекты, «Яҡташтар» кеүек үк, республика халҡында хуплау тапты. Көн һайын «ҡыҙыу линия» телефонына битараф булмаған граждандарҙан унлаған шылтыратыу ҡабул ителә, улар балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә һәм китапханаларға үҙҙәренең китаптарын бирергә әҙер, — тип билдәләне төбәк башҡарма комитетының баш белгесе Руслан Нәсретдинов.

Проект тормошҡа ашырала башлғандан алып бер ай эсендә ирекмәндәр ярты миллионға яҡын китап йыйған. Китаптар Башҡортостан халҡынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡабул ителә. Шулай итеп, «Ныҡлы ғаилә» федераль проекты «Ғаилә – ҙур бүләк» («Семья – величайший дар») антологияһын бүләк итте.

– Был китап беҙҙең проект ярҙамында нәшер ителде. Уны Рәсәй төбәктәренә таратырға планлаштырғайныҡ. Әммә Башҡортостанда «Китаптар — балаларға» акцияһы үткәрелеүе хаҡында белгәс, китаптарҙың күпселек өлөшөн һеҙгә ебәрергә булдыҡ, — тине «Ныҡлы ғаилә» федераль проектының башҡарма директоры Артур Реан.