Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Салауатта «Акрил кислотаһы һәм акрилаттар» комплексын төҙөү проекты менән танышты

Иҡтисад

Дүшәмбе, 6 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында акрил кислотаһы етештереү буйынса комплекс төҙөү проекты менән танышты. Республика етәксеһе ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев менән яңы производство өсөн әҙерләнгән майҙансыҡты ҡараны.

2015 йылда «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акрил кислотаһы һәм бутилакрилат комплексын файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра. Рөстәм Хәмитовҡа һөйләүҙәренсә, уның составына өс производство инәсәк. Комплекс тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, Рәсәйҙә был предприятиеға конкуренттар булмаясаҡ. Бөгөнгө көндә Новгород өлкәһенең «Акрилат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте илдә акрил мономерҙары етештергән берҙән бер предприятие булып тора.

2016 йылға тиклем «Газпром нефтехим Салауат» акрил комплексын төҙөүгә 25 миллиард һум аҡса тотонорға планлаштыра. Проектты тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә акрил мономерҙары нигеҙендә эшләнгән продукция баҙарын үҫтереүгә этәргес көс булып торасаҡ.

Киләсәктә акрил кислотаһын һәм акрилаттарҙы эшкәртеү буйынса тулы линия булдырыу планлаштырыла. Алдағы ваҡытта Салауат ҡалаһында сеймал етештереү һәм Стәрлетамаҡта уны эшкәртеү буйынса берҙәм комплекс төҙөү ҡарала. Бындай нефть химияһы продукцияһы комплексы Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәгенә нигеҙ һалырға тейеш.

Яңы комплекс «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте структураһына ингән «Мономер» заводы биләмәһендә урынлашасаҡ. Mitsubishi Heavy Industries компанияһы комплекс проектын, кәрәкле документация һәм төҙөлөш өсөн майҙансыҡтың генераль планын әҙерләгән дә инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть