7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2013 йыл, 16:29

Республика Президенты: «Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын төҙөүҙе кисектереп торорға кәрәк» [ВИДЕО]

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Чудинов һәм Блюхер урамдарында йәшәгән кешеләр менән осрашҡандан һуң, Рихард Зорге, Блюхер һәм Трамвай урамдарында тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын төҙөүҙе кисектереп торорға тигән ҡарар ҡабул итте.

Республика башлығы объект төҙөләсәк урындарҙа булып, төҙөлөшкә ҡаршы сығыш яһаған инициативалы төркөм вәкилдәре, шулай уҡ йорт хужалары менән осрашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөш проектын өфөлөләр тәнҡиткә алды, халыҡ трамвай линияһының йорттарға һәм балалар баҡсаһына яҡын урынлашасағына, бының өсөн бихисап ағастарҙы ҡырҡыу кәрәклегенә борсолоуын белдерҙе. Өфөлөлөр шулай уҡ, ҡаланың был районы тиҙ йөрөшлө трамвайға мохтаж түгел, тип белдергәйне. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә үткән йәмәғәт тыңлауҙарынан һуң, кешеләр трамвай линияһының, халыҡтың ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, барыбер төҙөләсәген аңланы.

— Беҙҙең алда нисек тә булһа Чудинов һәм Блюхер урамдары буйлап үтәсәк тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын төҙөү бурысы тормай. Беҙ Өфөнөң көньяғынан төньяғына һәм кире йүнәлештә күп һанлы пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләһен хәл итергә тейешбеҙ. Барыһы ла бының менән килешә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тәҡдим ителгән вариант оптималь түгел. Шул уҡ ваҡытта трамвай линияһы урман аша үтергә тейеш һәм уны төҙөү өсөн бик күп ағастарҙы ҡырҡырға кәрәк. Ҡалала һәр ағас һанаулы. Йәмәғәт тыңлауҙары дөрөҫ үткәрелдеме? Юҡ, дөрөҫ түгел. Бындай мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ, тиҙ йөрөшлө линия кем өсөн төҙөлә, ул ҡайҙа кәрәгерәк, тигән һорауҙар ҙа асыҡ ҡала. Был эште кисектереп торорға кәрәк. Обект иртәгә лә, 2014 йылда ла файҙаланыуға тапшырылмаясаҡ, ул, бәлки, 2015 йылда тормошҡа ашырылыр. Элекке хаталарҙы иҫәпкә алып, халыҡ ҡатнашлығында эш төркөмдәрен булдырырға һәм яңы магистралдәр төҙөү варианттарын тикшерергә кәрәк. Тикшереүгә кәм тигәндә ун вариант тәҡдим ителергә тейеш.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, граждандарҙы йәлеп итеп, был эште яңынан башларға кәрәк. Бер йылдан аңлайышлы, ышаныслы, халыҡ менән килешелгән вариант булырға тейеш.