3 декабрь, Шәмбе

06 май 2013 йыл, 15:07

Башҡорт дәүләт академия драма театры Еңеү көнөнә концерт әҙерләй

автор: Ольга Мортазина

8 майҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы «Йөрәктәрҙә – Еңеү яҙы» исемле концерт үтә. «Тантаналы сарала театр артистары, сәхнә йондоҙҙары ҡатнашасаҡ, унда һуғыш тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ артистар театр репертуарынан тематик өҙөктәр күрһәтәсәк. Был концерт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән ойошторола», — тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегенән.