Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы спортсыларын һәм тренерҙарын ҡотланы

Спорт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы спортсыларына һәм тренерҙарына телеграмма ебәрҙе, унда хоккейсыларҙы Братина кубогын яулауҙары менән ҡотланы. Юғары хоккей лигаһының аҙаҡҡы матчы финалында Нефтекама хоккейсылары Ҡаҙағстандың «Сарыарка» клубын 3:0 иҫәбе менән еңде.

«Үҙҙәренең матур уйыны менән «Торос» уйынсылары республиканың барлыҡ хоккей яратыусыларына ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Нигеҙҙә Башҡортостан хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүселәр уйнаған состав менән икенсе тапҡыр Братина кубогын яулауығыҙ бик мөһим. Клубтың һәм тотош лиганың генераль бағыусыһы — «Урал» хәйриә фондының еңеүгә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтке килә», — тиелә республика Президентының ҡотлау телеграммаһында.

Рөстәм Хәмитов хоккей клубы етәкселәренә, тренерҙар штабына, барлыҡ уйынсыларға «юғары профессионализм, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш өсөн» рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ уйынсыларға ярҙам иткән көйәрмәндәргә лә рәхмәт әйтте. Республика башлығы «Торос»тың яңы миҙгелдәрҙә лә клубтың һәм республика хоккейының лидерлыҡ позицияһын нығыта аласағына ышанысын белдерҙе. Президент барлыҡ коллективҡа ныҡлы һаулыҡ һәм яңы еңеүҙәр теләне.

Теги: ҡотлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть