11 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2013 йыл, 13:29

Республикала 28 градусҡа тиклем йылытасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Дүшәмбе, 6 майҙа, Башҡортостанда аяҙлы-болотло була. БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республика буйлап ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан секундына 19-24 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ – плюс 18-23 градус, көньяҡ райондарҙа 28 градус йылы буласаҡ.  

Алдағы ике көндә, Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһының көндөҙ плюс 14-17 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Төндә ҡайһы бер райондарҙа термометр бағанаһы нуль градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.

Шаршамбы, 8 майҙа, республиканың күпселек райондарында ямғырҙар туҡтаясаҡ.

темалар: һауа торошо