4 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2013 йыл, 12:02

Башҡортостан Президенты: «500 ферма» программаһын финанслау дауам итәсәк»

автор: Розалия Вәлиева | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Балаҡатай районы предприятиеларында булды.

Атап әйткәндә, райондың Ямаш ауылында Рөстәм Хәмитов «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативының етештереү базаһында булды. Предприятие продукцияһы торлаҡ йорттар, шулай уҡ малсылыҡ фермалары төҙөлөшөндә ҡулланыла. Етештереү ҡеүәте – сменаһына 1,5 мең блок. Республика Президенты предприятие эргәһендә төҙөлөп ятҡан дөйөм ятаҡ миҫалында бындай блоктарҙан йорт төҙөү технологияһы менән танышты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йорттарҙың квадрат метры 15  мең һум тора.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативы һәм Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы баҫыуҙарында сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Сәсеү эштәре бында әүҙем алып барыла. Быйыл Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы 5,8 миллион һумға туғыҙ берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия биреү программаһы сиктәрендә бюджеттан 2,4 миллион һум бүленәсәк.

Башҡортостан Президенты эш сәфәре барышында шулай уҡ урындағы теплицала булды. Бында көн һайын 130  килограмм ҡыяр йыйып алалар, алдағы көндәрҙә помидорҙар ҙа өлгөрөп етәсәк. Оранжереяларҙа һауа температураһы йыл әйләнәһенә 25 градус кимәлендә һаҡлана.

Иҫке Балаҡатай ауылында республика Президенты «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «500 ферма» программаһы буйынса яңыртылған малсылыҡ комплексын ҡараны. Яңыртыу эштәренә 15  миллион һум аҡса тотонолған. «500 ферма» программаһы буйынса 4,3 миллион һум кире ҡайтарып биреләсәк. Быйыл йәнә шундай уҡ малсылыҡ комплексын яңыртыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бында 55 кеше эшләй. Президент билдәләүенсә, бындай хужалыҡтарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк. Атап әйткәндә, «500 ферма» программаһы буйынса финанслау дауам итәсәк.