9 декабрь, Йома

06 май 2013 йыл, 10:50

Төбәктә ветерандарға 96 меңдән ашыу Президент хаты тапшырыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

3-9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре Рәсәй Федерацияһы Президентынан Еңеү көнөнә ҡарата ҡотлау хаттары аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең БР буйынса Идаралығынан.

Йәмғеһе 96 меңдән ашыу ҡотлау хаты тапшырыласаҡ. Йола буйынса, Рәсәй Президентының шәхси ҡотлауҙарын почтальондар адресаттарҙың ҡулына тапшырасаҡ. Шул уҡ мәлдә ветерандар планлаштырылған ваҡытта хат алып өлгөрмәһә, ҡотлауҙар, адресаттарҙы көтөп, бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ. «Рәсәй Почтаһы» хеҙмәткәрҙәре исемле ҡотлауҙарҙы тапшырмайынса ҡалмаясаҡ, кәрәк булһа, ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлаясаҡ.