9 декабрь, Йома

06 май 2013 йыл, 10:22

Республика Президенты Мәсәғүт ауылында район дауаханаһының дауалау корпусы төҙөлөшө менән танышты

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Дыуан үҙәк район дауаханаһының Мәсәғүт ауылында төҙөлөп ятҡан дауалау корпусын ҡараны.

Корпус 120 урынға иҫәпләнгән, дөйөм майҙаны — 17300 квадрат метр. Обектты 2013 йылдың июнендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Дауалау корпусында өс блок – хирургия, дауалау бүлектәре һәм перинаталь үҙәк эшләйәсәк. Һуңғыһында 10 майҙа ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ.

Яңы корпус «Башкиргражданпроект» институтының 1991 йылда әҙерләнгән проекты буйынса төҙөлә. Эштәр бында 15 йыл элек башланған, ул ваҡытта учреждениеның ике ҡаты төҙөлгән. 2012 йылда төҙөлөш эштәре ҡайтанан тергеҙелгән. Дөйөм хаҡы 665 миллион һум тәшкил итә, төҙөлөш республика бюджеты средстволары иҫәбенә алып барыла.

Төҙөлөп ятҡан корпус комплексы үҙенә күрә муниципаль-ара медицина үҙәге буласаҡ. Бында табитар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан биш райондан пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

Рөстәм Хәмитов буласаҡ палаталарҙы, операция залын, яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация бүлеген ҡарап сыҡты.

Мәсәғүт Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә «Земство табибы» программаһы буйынса 28 табип ҡабул ителгән, әлегә улар башҡа бүлектәрҙә эшләй. Үткән йылда табиптар өсөн 30 фатирлы йорт тапшырылған, йәш белгестәр өсөн тағы ла бер шундай йорт төҙөү планлаштырыла.

Валерий Трофимов медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн йорт төҙөүгә сиратһыҙ ер участкалары бүлеү һәм йәш белгестәргә 50 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен ҡуҙғатты. Рөстәм Хәмитов Дыуан районы хакимиәте башлығы Олег Могильниковҡа ҡушып финанслау шарттарында яңы эш башлаған йәш белгестәргә финанс ярҙамы күрһәтеү механизмын әҙерләргә ҡушты.

— Был мәсьәләне тәү сиратта урындағы властар хәл итергә тейеш, — тип билдәләне республика Президенты. – Түләүҙәр өсөн средстволарҙың бер өлөшөн урындағы бюджеттан йәлеп итергә тейешһегеҙ, шунан һуң ғына республикаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ер участкаларына килгәндә, Рөстәм Хәмитов был мәсьәләнең ентекле тикшереләсәген билдәләне.