7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2013 йыл, 9:25

Рөстәм Хәмитов Дыуан районының Мәсәғүт ауылында «Ай» профилакторийын ҡараны

автор: Розалия Вәлиева | фото: Александр Данилов

Дауалау-профилактика учреждениеһы 120 урынға иҫәпләнгән. Бында 72 кеше эшләй, кардиология, пульмонология, неврология, ревматология, травматология, ортопедия һәм педиатрия буйынса медицина ярҙамы күрһәтелә. Рөстәм Хәмитов физиотерапия бүлеген, дауалау физкультураһы бүлмәһен, фитобарҙы, ял итеүселәр бүлмәһен, конференциялар залын ҡарап сыҡты.

Профилакторийҙың баш табибы Андрей Фомин һүҙҙәренсә, бында дауаланыу хаҡы көнөнә 1462 һум тәшкил итә. 2012 йылда 1111 путевка һатылған. 2013 йылда «Ай» профилакторийында стационар дауаланыуҙан һуң ауырыуҙарҙы реабилитациялау бүлеген асыу, спорт ҡаласығын төҙөү, шулай уҡ ҡаҙанлыҡтың өҫтәмә бүлмәһен яңыртыу планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов учреждение эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, «хаҡ-сифат» йәһәтенән уның Башҡортостандың иң яҡшы дауалау-профилактика учреждениеларының береһе булыуын билдәләне.