10 декабрь, Шәмбе

06 май 2013 йыл, 8:52

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Дыуан районында булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Александр Данилов

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дыуан районының Ҡаракүл ауылы янында төҙөлөп ятҡан «Урал-Тау» ит эшкәртеү комбинатында булды.

Предприятие тест режимында файҙаланыуға тапшырылған. Производствоны асыу 2013 йылдың икенсе кварталына планлаштырылған. Объектҡа инвестициялар күләме 56 миллион һум тәшкил иткән, ҡеүәте – сменаһына ике тонна. 2014 йылда предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Комбинат 2012 йылда төҙөлә башлаған, бөгөнгө көндә ҡайһы бер продукция төрҙәре етештерелә.

«Урал-Тау» предприятиеһының үҙенең сеймал базаһы бар, әммә тулы ҡеүәткә эшләү өсөн был ғына етмәй: сменаһына ике тонна продукция етештереү өсөн йылына алты мең сусҡа һәм 1800 баш эре мал кәрәк. Предприятие күп йүнәлешле, бында бер нисә малсылыҡ фермаһы бар.

Цехтың дөйөм майҙаны — 972 квадрат метр. Бөгөнгө көндә бында 30 эш урыны булдырылған, тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, хеҙмәткәрҙәрҙең һанын 60-ҡа еткереү планлаштырыла. Предприятие продукцияһы «Урал-Тау» бренды аҫтында һатыласаҡ.