4 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2013 йыл, 16:38

Йәш йөҙөүселәр БДПУ ректоры кубогы өсөн көрәшәсәк

автор: Эльмира Сабирова

6-7 майҙа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Еңеү көнөнә һәм ректор Рөстәм Кузеев иҫтәлегенә арналған йөҙөү буйынса «БДПУ ректоры кубогы» республика турнирын үткәрә. Быйыл Ректор кубогы икенсе тапҡыр ойошторола.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси ярыштар программаһында – төрлө стилдә йөҙөү, малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында ҡатнаш эстафета. Иң яҡшы спортсылар грамоталар, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнәсәк. Еңеүсегә Ректор кубогы тапшырыласаҡ. Ярыштар 6 майҙа 11.45 сәғәттә башлана. Турнир Коммунистик урамы,54а адресы буйынса «Буревестник» физкультура клубында үтә.