Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Тау батшаһы» телеконкурсы финалистары ағас ултыртасаҡ

Йәмғиәт

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы менән ойошторолған «Тау батшаһы» телеконкурсы сиктәрендә 12 майҙа экологик акция үтә. Был көндө 23 финалист «Ҡашҡаҙан» паркында ағас ултыртасаҡ. Паркта «Тау батшалары» аллеяһы булдырыласаҡ.

Акция программаһында — «Тамыр» телеканалының популяр алып барыусылары менән осрашыу, конкурстар, уйындар, бүләктәр. Сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә ойошторола.

«Тау батшаһы» телеконкурсы үткән йылдың октябрендә старт алды. Беренсе турҙа тапшырыуҙың редакцияһына 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителде. Икенсе турҙа 23 конкурс программаһы төшөрөлдө. Өсөнсө тур – тауыш биреү. 1 апрелдән тамашасылар БЮТ телеканалы сайтында яратҡан ҡатнашыусылары өсөн тауыш бирә. 20 майҙа еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтә, уға «Тау батшаһы» исеме биреләсәк. Еңеүсе уҡыған мәктәпкә өҫтәл теннисы өсөн ике комплект тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть