6 декабрь, Шишәмбе

30 апрель 2013 йыл, 14:18

Төбәктә «Үҫәргән батыры» турнирының иң яҡшы көрәшселәре билдәләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ейәнсура районында милли көрәш буйынса «Үҫәргән батыры — 2013» район-ара турниры үтте. Сараны ойоштороусылар булып Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов ярҙамында «Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы» физкультура-спорт йәмәғәт ойошмаһы һәм Ейәнсура районы хакимиәте сығыш яһаны.

Ҡасандыр шағир, йәмәғәт эшмәкәре Булат Ишемғолов призына турнир булараҡ үткәрелгән «Үҫәргән батыры» йыл һайын иң яҡшы көрәшселәрҙе йыя. Быйыл турнирҙа Ейәнсура, Күгәрсен, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә үҫмерҙәр араһында абсолют батыр тип — Баймаҡ районынан Айгиз Суфиянов, ололар араһында Ейәнсура районынан Наил Хәмиҙуллин танылды. Наил Хәмиҙуллинға Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты Морис Йосоповтан ҡамсат бүрек тапшырылды.

Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар һәм приздар менән наградланды. Шулай итеп, төрлө номинацияларҙа Айбулат Аслаев, Сыңғыҙ Ишмөхәмәтов, Наил Хәмиҙуллин, Хәсән Әбсәләмов, Айгиз Зәйнетдинов, Ғәҙел Ғәлин, Хөрмәтулла Исмәғилев еңеүсе тип танылды. «Тамашасы һөйөүе призы»на Бәхтийәр Сыртланов һәм Динис Дәүләтбәков лайыҡ булды. Турнирҙың иң йәш батыры Айбулат Аслаевҡа «Аҡбуҙат» журналының махсус призы тапшырылды.